КАНОННИКОВ ТАУЫ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2003). Ейәнсура р‑ны Түб. Аҡбирҙе а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Аҡбирҙе һәм Самаҙы йй. (Һаҡмар й. басс.) араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Абс. бейеклеге 483 м. Оҙонлоғо 1,8 км, киңлеге яҡынса 1 км. Битләүҙәре текә. Урта һәм өҫкө карбон эзбизташтарынан тора. Ландшафы ташлы, болонло һәм ҡыуаҡлы далаларҙан, урыны м‑н ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙан ғибәрәт. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән Гельм астрагалы, Коржинский ҡылғаны, көмөш тәңкәғуҙаҡ һ.б., ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡаурый ҡылған, рус сыбар сәскәһе, шырттөклө еҙүлән, Эверсман ҡаҙ үләне кеүек һирәк төрҙәре үҫә.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке