КЛИМАНОВ Владимир Владимирович (17.2.1942, Бәләбәй ҡ.), балалар хирургы. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1993). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) Респ. клиник дауаханаһында эшләй (1970 й. алып бүлек мөдире), 1972 й. алып Респ. балалар клиник дауаханаһында бүлек мөдире. 1974 й. башлап БДМУ-ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре балаларҙа хирургик дауалауға сәбәптәр тыуғанда хроник шешеү дәрәжәһен билдәләүгә, ҡотолғоһоҙ процестарҙы диагностикалауға һәм ҡурылдайҙың, үпкәнең, йыуан эсәктең хроник ауырыуҙарын хирургик дауалауҙы камиллаштырыуға, педиатрҙарҙы һөнәри йәһәттән әҙерләү мәсьәләләренә арналған. К. тарафынан балаларҙа йыуан эсәк һәм ҡурылдай мускулдары төҙөлөшөнөң функциональ торошоноң электромиографик күрһәткес параметрҙары эшләнә, улар БР‑ҙа дауалау практикаһында ҡулланыла. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Клиническая патофизиология детского возраста: диагностика патологических состояний у детей с позиций патологической физиологии. СПб., 1997 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке