КЛЕПИНИН Валерий Николаевич (16.12.1944, Баймаҡ ҡ.), композитор. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2002). Композиторҙар союзы ағзаһы (1980). Одесса консерваторияһын тамамлағандан һуң (1973; Т.С.Сидоренко-Малюкованың композиция класы, С.Л.Могилевскаяның фп. класы) 1981 й. тиклем — Норильск музыка уч‑щеһында, 1982 й. алып — Сәнғәт ин‑тында (Красноярск ҡ.), 1995—2004 йй. Баймаҡ сәнғәт мәктәбендә уҡыта, 2005 й. — Назарово төҙөлөш техникумы (Красноярск крайы) академик хорының художество етәксеһе һәм дирижёры, 2014 й. — 1‑се Ачинск балалар музыка мәктәбе (Красноярск крайы) уҡытыусыһы. Төп әҫәрҙәре: Төньяҡ әкиәттәре һәм легендалары мотивтары б‑са “Саян легендаһы” (“Саянская легенда”) балеты (1980), мюзиклдар (ҡара: Балалар музыкаһы), фп. м‑н оркестр өсөн концерттар [1968, 1971, 1973, 1984, Долган-эвенк темаларына концерт‑рапсодия (1979), Балалар концерты (2007), ике фп. өсөн 1‑се, 2‑се, 3‑сө балалар концерты (бөтәһе лә — 2014)], Фп. м‑н оркестр өсөн поэма (1992), 1‑се симфония (1983), “Антрэ” симфоник поэмаһы (1989) һ.б. Фортепиано музыкаһы ла К. ижадында төп йүнәлеште билдәләй: мәҫ., башҡ. халыҡ көйө “Ҡарабай” темаһына вариациялар (1970), “Азамат” йырына фантазия (1994), балалар өсөн пьесалар циклдары (1983), прелюдиялар, ике фп. өсөн 2‑се сюита (икеһе лә — 2012). Вокаль әҫәрҙәре араһында Б.Л.Пастернак, Р.И.Рождественский, М.И.Цветаева һ.б. шиғырҙарына 140‑тан ашыу йыр һәм романс, драма һәм балалар өсөн телевизион спектаклдәргә музыка. К.‑пианист репертуарында донъя фп. классикаһы һәм үҙенең әҫәрҙәре. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була.

Хеҙм.: Родные просторы: песни. Красноярск, 1993; Позови меня, море…: песни. Иркутск, 2003.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.