КЛЕМЕНТ Александр Васильевич (1.9.1948, Ҡырғыҙ ССР‑ы Ҡаджи-Сай ҡсб), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1985). Свердловск архитектура ин‑тын тамамлаған (1978). 1966—71 йй. һәм 1981—83 йй. Шилка, Свердловск ҡҡ. сәнәғәт пр‑тиеларында, 1978—80 йй. “Башкиргражданпроект” ин‑тында, 1983 й. алып БАССР‑ҙың Төҙөлөш эштәре б‑са дәүләт ком‑тында эшләй, 1988 й. — “Архпроект” ЯАЙ дир., 1991—2008 йй. ген. дир., бер үк ваҡытта 1994—97 йй. БР Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе. Респ. ауылдарында торлаҡ төҙөлөшөн урындағы материалдарҙан башҡарыу б‑са проект тәҡдимдәрен индерә, торлаҡ һәм йәмәғәт биналары, ш. иҫ. Салауат Юлаев музейы (1991; Л.В.Хихлуха м‑н берлектә), проекттарын эшләй. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1992).

Әҙәб.: Кәлимуллин Б.Ғ. мәҡ. ҡарағыҙ.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

А.В.Клемент

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.