АЛЕКСАНДРОВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Алға а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Кесе Өйҙөрәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 152 кеше; 1939 — 670; 1959 — 281; 1989 — 241; 2002 — 228; 2010 — 233 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1897 й. Бәләбәй өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Романовка, Покровка аа. украин һәм урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Сиркәү булған. А. эргәһендәге ултыртылған ағастар комплексы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Т.М.Глазкова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке