КЛЕКОВКИНА Наталья Аркадьевна (11.12.1950, Белорет ҡ.), инженер-металлург. Техник ф. канд. (1985). БР-ҙың атҡ. металлургы (2011). Магнитогорск тау‑металлургия ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) Белорет металлургия комб‑тында эшләй: 1977 й. алып өлкән инженер, 1985 й. — лаб. нач., 1996—2011 йй. Үҙәк тикшеренеү лаб. начальнигы. К. ҡатнашлығында яңы аҙ сығымлы легирланған никелһеҙ ҡорос, унан сым, ҙур йөклө изделиелар өсөн ҡорос етештереү технологиялары эшләнә. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу ав- торы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1989).

Хеҙм.: Изготовление высококачественных метизов (научный и практический опыт Белорецкого металлургического комбината). Белорецк, 1999 (авторҙ.); Производство стальной проволоки. Магнитогорск, 2005 (авторҙ.); Стальная проволока. Магнитогорск, 2011 (авторҙ.).

А.В.Егоров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018