КЛЕЙМЁНОВ Евгений Олегович (11.5.1947, Өфө — 1.9.1992, Мәскәү), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1985). В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлаған (1973; педагогтары П.Д.Покаржевский, К.А.Тутеволь). К. фәлсәфәүи һәм эстетик ҡараштары реалистик сәнғәттең классик традицияларына нигеҙләнгән ижадында сағылыш таба. Төрлө темаларҙа һәм жанрҙарҙа ижад иткән К. әҫәрҙәрендә күп төрлө донъя асыла: хыял һәм ысынбарлыҡ, тарих һәм хәҙ. заман (“Күтәрелеү. А.Грин иҫтәлегенә”, 1982; “М.Теодоракис портреты”, 1985; “Август”, “Жанна Д’Арк миссияһы”, икеһе лә — 1991). 1974 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1997, 2007, 2010). Эштәре БДХМ, Ленин В.И. йорт-музейы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке