КЛАССЕН Эрих Гергардович (14.11.1935, Ырымбур өлк. Черно‑Озёрное а.), философ. Филос. ф. д‑ры (1989), проф. (1991). Ырымбур пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Ырымбур өлк. Луговое урта мәктәбе, 1965 й. алып Октябрьский ҡ. 1‑се урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1966 й. башлап (өҙөклөк м‑н) ӨДНТУ‑ның Октябрьский филиалында уҡыта (2008 й. алып гуманитар һәм соц.‑иҡт. фәндәр каф. мөдире). 1976 й. алып Норильск индустриаль ин‑тында: 1981—86 йй. марксизм‑ленинизм каф. мөдире вазифаһын башҡара, 1989 й. башлап ижт. фәндәр каф. мөдире. 1993—2005 йй. Германияла йәшәй. Фәнни хеҙмәттәре гносеология һәм онтология проблемаларына арналған. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Идеальное: концепция К.Маркса. Красноярск, 1984.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке