КЛАРК Павел Иванович (19.6.1863, Ырымбур губ. Өфө өйәҙе Һатҡы заводы ҡсб, хәҙ. Силәбе өлк. Һатҡы ҡ., — 1940, Ленинград), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1880 йй. “Халыҡ ихтыяры” ойошмаһы, 1905—07 йй. Социал‑революционерҙар партияһы, 1920 й. алып РКП(б) ағзаһы. Революцияла (1905—07) ҡатнашыусы. Өфө ир балалар гимназияһын тамамлаған (яҡынса 1880). 1883—84 йй. С.‑Петербургта “Халыҡ ихтыяры” түңәрәге эшмәкәрлегендә, 1886 й. Өфөлә “Халыҡ ихтыяры” түңәрәген һәм типография ойоштороуҙа ҡатнаша. 1884 й., 1887 й., 1901 й. һәм 1906 й. ҡулға алына һәм һөргөндә була. 1910—17 йй. Австралияла йәшәй, унда Брисбен ҡ. коммунистик ойошма төҙөүҙә һәм “Коммунист” ж. сығарыуҙа ҡатнаша. 1920—22 йй. Алыҫ Көнсығыш респ. бәйләнеш юлдары министры. Алыҫ Көнсығыш респ. Ойоштороу (1921 й. февр.—апр.) һәм Халыҡ (1921 й. апр. — 1922 й. нояб.) йыйылыштары депутаты. 1923 й. алып Мәскәү һәм Евпатория ҡҡ. йәшәй. 1928—29 йй. Дәүләт эрмитажы (Ленинград) директоры. Павел Грей псевдонимы м‑н билдәле була.

Әҙәб.: Ященко Н.Т. Журавли не знают покоя. Иркутск, 1972.

М.Ғәлиева

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018