КИТМАНОВ Роальд Викторович (23.1.1930, Улан‑Батор — 5.5.2007, Октябрьский ҡ.), тау инженеры. Техник ф. канд. (1978). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) Бөтә Союз нефть һәм газ сәнәғәтен комплекслы автоматлаштырыу ғилми‑тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ ин‑тының Октябрьский филиалында эшләй, 1962 й. алып Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект- конструкторлыҡ ин‑тында (Октябрьский): 1975—79 йй. һәм 1986—88 йй. лаб. мөдире, 1980 й. — ғилми секретарь, 1988—99 йй. баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни- производство эшмәкәрлеге каротаж кабелгә беркетелгән приборҙар ярҙамында ер ҡатламдарын гидродинамик тикшереү һәм һынап ҡарау һөҙөмтәләренә интерпретация биреүҙең техник сараларын уйлап табыу, технологияларын, методикаһын асыҡлау м‑н бәйле. 50 фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1980).

К.В.Антонов

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018