АЛЕКСАНДРОВКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Бедеева Поляна а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 52 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 61 км алыҫлыҡта Уҫы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 375 кеше; 1920 — 559; 1939 — 401; 1959 — 368; 1989 — 252; 2002 — 194; 2010 — 171 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Өфө өйәҙендә нигеҙ һалына. 1865 й. 29 йортта 166 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. земство мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ю.Е.Батурин ошо ауылда тыуған.

Ә.Ғәрүәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке