КИТАПОВА Суфия Мирғәлим ҡыҙы [12.11.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Сабай а. (хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Сабай а.) — 24.12.1997, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1959). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге 2 йыллыҡ өлкә партия мәктәбен (1948), К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1951), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (Мәскәү, 1959) тамамлаған. 1940 й. алып партия эшендә, 1959 й. — КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Өфө юғары партия мәктәбендә, 1960—91 йй. ӨНИ‑лә (1962—80 йй. сәйәси иҡт. каф. мөдире) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге а.х. һәм аграр сәйәсәт проблемаларына арналған.

И.Ә.Хисаметдинов

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018