КИТАПҠУЛЪЯҘМАЛАР ФОНДЫ, Башҡортостанда табылған ҡулъяҙма китаптар һәм иҫке баҫма китаптар йыйылмаһы. К.‑ҡ.ф. археографик экспедициялар ваҡытында йыйылған, башҡа китапханаларҙан һәм айырым шәхестәрҙән алынған китаптар иҫәбенә туплана; айырым китап йәки уның фрагменты, ҡулъяҙма бит йәки биттәр төпләме һаҡлау берәмеге булып тора. Күпселек фондтарҙың белешмә‑эҙләү аппараты алфавит йәки система каталогтарынан тора. БР‑ҙа К.‑ҡ.ф. Ғилми китапханала (17,1 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге), ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында (5,7 меңдән ашыу; ш. иҫ. ҡулъяҙма текстар — яҡынса 2,9 мең, иҫке баҫма текстар — 2,7 меңдән ашыу); Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегендә (200‑ҙән ашыу ҡулъяҙма китап һәм яҡынса 13 мең иҫке баҫма), Милли музейҙың һирәк китаптар фондында (яҡынса 20 ҡулъяҙма һәм 200‑ҙән ашыу иҫке баҫма китап), Ғилми архивта (яҡынса 200 яҙма ҡомартҡы), БДУ-ның һирәк китаптар бүлегендә (яҡынса 30 иҫке баҫма китап), ш. уҡ Китап палатаһында, БР Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивында, БР‑ҙың Үҙәк тарих архивында, Археология һәм этнография музейында, Нестеров М.В. исемендәге башҡорт художество музейында, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты китапханаһында һ.б. тупланған. БР‑ҙың К.‑ҡ.ф. библиографик тасуирлама һәм каталог төҙөү эштәре тамам ланмаған. Башҡорттарҙың мәҙәниәте һәм тарихы м‑н бәйле яҙма ҡомартҡылар ш. уҡ Ҡазан [Ҡазан (Волга буйы) федераль ун‑тының Н.И.Лобачевский ис. Ғилми китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегендә], Мәскәү (Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивы), Ырымбур (Ырымбур өлк. Дәүләт архивы), С.‑Петербург (РФА‑ның Көнсығыш ҡулъяҙмалары ин‑тының ҡулъяҙмалар һәм документтар бүлеге) һ.б. ҡалаларында һаҡлана.

Әҙәб.: Книги кирилловской печати XVIII—XIX вв. в фондах библиотеки Башкирского государственного университета: каталог. Уфа, 1998. Вып.1; Булгаков Р.М. Каталог арабографичных книг Национального музея Республики Башкортостан. Ч.1. Уфа, 2001; Булгаков Р.М., Галяутдинов И.Г. Описание восточных рукописей Института истории, языка и литературы. Ч.1. Тюркские рукописи. Уфа, 2009.

Р.Й.Аҡкөбәков, И.Ғәләүетдинов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018