КИТАП ПАЛАТАҺЫ, милли фонд һаҡлағыс. 1928 й. дек. Өфөлә Башҡ‑н үҙәк китап палатаһы булараҡ [1930—34 йй. БАССР‑ҙың Үҙәк халыҡ китапханаһы (ҡара: Милли китапхана) бүлеге], 1941 й. алып БАССР‑ҙың Китап палатаһы, 1954 й. — БАССР-ҙың (БР) Дәүләт китап палатаһы, 2003 й. — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт китап палатаһы (респ. Матбуғат архивы). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: респ. сыҡҡан матбуғат баҫмаларын, ш. уҡ Башҡортостан т‑да ситтә нәшер ителгән әҙәбиәтте теркәү, статистик иҫәп алып барыу, туплау һәм һаҡлау, нәшриәттәргә һәм редакцияларға китап нәшер итеү (ҡара: Китап нәшер итеү эше) мәсьәләләре б‑са консультациялар биреү, үҙәкләштерелгән каталог төҙөү, ағымдағы һәм ретроспектив библиография. К.п. составына фәнни‑дәүләт библиографиялары, дәүләт библиографик ағымдағы һәм тематик күрһәткестәр сығарыу б‑са нәшер итеү эштәре; респ. матбуғаты даналарын мотлаҡ килтереү б‑са даими күҙәтеү һәм архив‑белешмә эше; мәғлүмәтләштереү секторҙары инә. Дөйөм фәнни‑методик етәкселек м‑н Рәсәй китап палатаһы шөғөлләнә. “Башҡортостан Республикаһының матбуғат йылъяҙмаһы”н, башҡ., урыҫ һәм татар телдәрендә күп томлы “Башҡортостан китаптары” (“Книги Башкортостана”; 1988—98 йй. “Книги Башкирии”) ретроспектив күрһәткесен нәшер итә. Урыҫ телендә “1917 йылға тиклем Башҡортостан матбуғаты” (“Башкортостан в печати до 1917”; 2003), башҡ., урыҫ, татар телдәрендә “Салауат Юлаев” (“Салават Юлаев”; 2004), “Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл” (“450‑летие добровольного вхождения Башкирии в состав России”; 2007), “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл” (“К 65‑летию Победы в Великой Отечественной войне”; 2010) библиографик күрһәткестәре сығарыла. К.п. фонды 2,04 млн ашыу һаҡлау берәмеген тәшкил итә (2012). Башҡортостанда революцияға тиклем нәшер ителгән китаптар, гәзиттәр һәм журналдар (яҡынса 1,3 мең берәмек); ғәрәп яҙмаһы һәм латиница нигеҙендәге матбуғат әҫәрҙәре (яҡынса 3 мең берәмек); В.И.Филоненко тарафынан К.п. бүләк ителгән китаптар (яҡынса 1 мең берәмек); П.И.Рычковтың “Ырымбур топографияһы”, С.И.Руденконың “Башҡорттар: Этнологик монография тәжрибәһе” хеҙмәттәре, П.С.Паллас, Н.В.Ремезов, Д.П.Никольский, М.В.Лоссиевский, Н.А.Крашенинников һ.б. әҫәрҙәре һаҡлана. Фондты К.п. мотлаҡ ебәрелгән баҫма даналар тулыландырып тора. Йыл һайын К.п. 6 телдә (башҡ., урыҫ, мари, татар, удмурт, сыуаш) яҡынса 30 мең дана баҫма документ килтерелә һәм эшкәртелә. Дир.: М.В.Әмиров (1928 й. алып), Ф.А.Хәбирова (1958 й. алып), К.М.Сиражитдинов (1980 й. алып), Х.Ш.Сафин (1984 й. алып), Л.К.Иҡсанова (1985 й. алып), М.У.Мохтарова (2000 й. алып), З.М.Тимербулатов (2004 й. алып), Ә.Ҡ.Барғусова (2005 й. алып), А.А.Ураҡаева (2007 й. алып, 2014 й. — вазифа башҡарыусы), А.Ә.Ибраһимов (2012 й. алып).

А.Ә.Ибраһимов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке