КИТАП НӘШЕР ИТЕҮ ЭШЕ, китаптарҙы әҙерләү, сығарыу, таратыуға бәйле мәҙәниәт һәм етештереү тармағы. БР‑ҙағы төп китап нәшер итеүселәр: “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы, “Башҡортостан”, “Белая река”, “Китап” нәшриәттәре. К.н.и.э. тарихы ҡулъяҙма китаптарға барып тоташа. Ырымбур губ. тәүге баҫма китаптар араһында — Ырымбур айырым корпусыштабының типографияһыбаҫмалары: “Ырымбур Хәрби губернаторы эргәһендәге махсус эштәр буйынса чиновник И.Жуковский тарафынан Ырымбур крайының хронологик тәртиптә урынлаштырылған 1246 йылдан алып 1832 йылға тиклемге иҫтәлекле ваҡиғаларына ҡыҫҡаса күҙәтеү” (“Краткое обозрение достопамятных событий Оренбургского края, расположенных хронологически с 1246 по 1832 год, чиновником, состоящим при Оренбургском Военном губернаторе по особым поручениям И.Жуковским”; 1832), “Сик буйы частары менән 1836 йылғы ҡыҫҡаса статистик мәғлүмәттәрҙе теркәгән Ырымбур айырым корпусының, Ырымбур губернаһыныңһәм Ырымбур крайы идаралығының адрес‑календары” (“Адрес‑календарь Оренбургского отдельного корпуса, Оренбургской губернии и Управления Оренбургского края по части пограничной с присовокуплением кратких статистических сведений 1836 года”; 1836). Тәүге Өфө баҫмалары (губерна типографияһында сығарылғандар) — В.В.Завьяловтың “Заруцкий Әстерханда һәм Уралда” (“Заруцкий в Астрахани и на Урале”; 1853), «“Ырымбур губернаһы ведомостары”нан мәҡәләләр һайлау» («Выборы статей из “Оренбургских губернских ведомостей”»; 1853—1854), В.В.ВельяминовЗерновтың“Әбелхәйер хан вафат булғандан һуң ҡырғыҙ‑ҡайсаҡтар һәм Рәсәйҙең Урта Азия менән бәйләнеше тураһында тарихи хәбәрҙәр” [“Исторические известия о киргиз‑кайсаках и сношениях России с Средней Азиею со времён кончины Абул‑Хайр хана (1748—1765)”; 1853—1855], В.М.Черемшанскийҙың“Ырымбур губернаһын хужалыҡ‑статистик, этнографик һәм сәнәғәт йәһәтенән һүрәтләү” (“Описание Оренбургской губернии в хозяйственно‑статистическом, этнографическом и промышленном отношениях”; 1859) хеҙмәттәре. В.М.Черемшанскийҙыңбыл китабы Дәүләт мөлкәте министрлығының Ғилми ком‑ты тарафынан алтын миҙалға лайыҡ була. Башҡортостанда нәшер ителеп, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән төрки телендәге китаптар 19 б. аҙ. — 20 б. башына ҡарай (ҡара: Иҫке баҫма китап). А.Ҡ.Ҡазим‑бәктең “Мохтасар аль‑викая тарихы йәки мосолман закон ғилеменең ҡыҫҡа курсы” (“История Мюхтесарюль‑Викаета или сокращённого курса мусульманского законоведения”; М.И.Өмөтбаев тәржемәһендә “Мохтасар аль‑викая мукаддамасе”; Өфө, И.С.Перов типографияһы; 1890), Баһауетдин Мәҡсүтовтың “Мөғәллими хаттат” (“Матур яҙырға өйрәтеү”; Өфө, Н.А.Безбородова типографияһы, 1891) һ.б. китаптар билдәле. 1905—08 йй. ғәрәп графикалы (дөйөм тиражы 47 мең дана) 15, 1908—17 йй. — 200 китап (620 мең дана) нәшер ителә, атап әйткәндә, “Шәреҡ” типографияһы 1910 й. “Заятүләкменән Һыуһылыу” башҡ. эпосын баҫтырып сығара. Дөйөм алғанда К.н.и.э. 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында рәсми һәм мәғлүмәт баҫмалары, ш. иҫ. календарҙар, төрлө йыйынтыҡтар, брошюралар, земстволарҙың, статистика комитеттарыныңотчёттары һ.б. тәшкил итә. Революциянан (1917) һуң бөтә ведомстволы һәм шәхси типографиялар национализациялана, полиграфия сәнәғәте идеологик йөкмәткеле китаптар әҙерләүгә тотона. 1917 й. Өфө типографиялары урыҫ һәм төрки телдәрендә 102 (81 мең дана), 1919—20 йй. — 92 (163 мең) китап сығара, башлыса уҡыу әсбаптары һәм ижт.‑сәйәси әҙәбиәт була. 1922 й. Оло Башҡортостан барлыҡҡа килгәс, К.н.и.э. яҡшыра, баҫма әҙәбиәттең күләме арта. Төп китап нәшер итеүселәр — дәүләт һәм партия органдары, һирәк осраҡтарҙа — йәмәғәт ойошмалары. 1922 й. респ. 113 (яҡынса 20 мең дана), 1923 й. — 265 (28,7 мең), 1924 й. — 180 (34,2 мең), 1928 й. — 208 (391 мең), 1933 й. — 257 (1,08 млн), 1940 й. — 314 (796 мең) китап, брошюра, өндәмә һәм календарь нәшер ителә. 1924 й. башҡ. телендә 53 китап, 1928 й. — 109 (250 мең дана), 1932 й. — 276 (1,2 млн), 1933— 38 йй. — 1,4 мең (8,4 млн) китап донъя күрә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1941—43 йй. яҡынса 600 (3 млн дана), 1945 й. — 121 (642 мең) китап нәшер ителә; киң сәйәси һәм хәрби әҙәбиәт сығарыу 1940 й. м‑н сағыштырғанда 8 тапҡырға арта. Һуғыштан һуң һәм 60—80‑се йй. респ. ҙур нәшриәттәре нәфис әҙәбиәт кенә түгел, уҡыу‑уҡытыу, ғилми, производство‑техник, мәҙәни‑ағартыу әҙәбиәттәре лә сығара. 1946—50 йй. 1 меңдән ашыу (яҡынса 5 млн дана) китап нәшер ителә; 1960 й. — 395 (яҡынса 1,6 млн), 1970 й. — 285 (2,2 млн), 1980 й. — 369 (3,8 млн). 20 б. аҙ. тәүге тапҡыр быға тиклем тыйылған авторҙың әҫәрҙәре һәм дини текстар баҫылып сыға. “Китап” нәшриәте тарафынан М.Л.Мортазиндың“Әҫәрҙәр” (1994), Ә.Ә.Вәлидовтың“Хәтирәләр” (2 китапта, 1994—1998) һәм “Әҫәрҙәр” (икеһе лә — 1996) китаптары нәшер ителә; 1993 й. башҡ. телендә һәм ғәрәп телендә факсимиле м‑н Ҡөрьән һ.б. сығарыла. 1990 й. 356 исемдә китап һәм брошюра (4,8 млн ашыу дана) баҫыла, 2000 й. — яҡынса 1,9 мең (1,9 млн), ш. иҫ. башҡ. телендә — 138, урыҫ телендә — яҡынса 1,7 мең; 2006 й. — яҡынса 2,3 мең (2 млн), ш. иҫ. башҡ. телендә — 195, урыҫ — 2 меңдән ашыу; 2011 й. — яҡынса 1,5 мең (1,4 млн), ш. иҫ. башҡ. телендә — 172, урыҫ телендә — 1,2 меңдән ашыу

Әҙәб.: Б а р с о в Н.Н. На заре книжного и библиотечного дела в Уфе //По тропам былого: краевед. сб. Уфа, 1980.

 

Р.Н.Хәзиәхмәтова

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018