КИТАП ГРАФИКАҺЫ, китаптың художество төҙөлөшөн эшләү системаһы, ул китапты иллюстрациялауҙы, кәрәкле шрифты һайлауҙы, дөйөм ҡоролошто (төпләү, китап тышы, супертышлыҡ һ.б.) һәм биҙәүҙе (авантитул, титул бите, виньетка, башбиҙәк һ.б.) үҙ эсенә ала. Революцияға (1917) тиклем Башҡортостанда К.г. ике йүнәлеше: мосолман ҡулъяҙма китабы (ҡара: Мосолман каллиграфияһы) һәм Европа, урыҫ ҡулъяҙма, баҫма китап традициялары була. 1801 й. Өфөлә губерна типографияһы, 19 б. 60‑сы йй. аҙ. шәхси типография (ҡара: Блохиндар) асылғандан һуң баҫма К.г. үҫешә башлай. Типография оҫталары бер үк ваҡытта тәүге баҫмаларҙың биҙәүселәре лә булған. Китапты биҙәүҙә өлгөлө шрифтар, виньеткалар, ш. уҡ орнаменттар ҡулланылған, улар араһында “анкер”, “лавр”, “сильвина”, “француз” орнаменттары айырыуса популяр булып китә. 19 б. аҙ. — 20 б. башындағы баҫмаларҙың титул биттәрендә дөйөм Европа (классицизм, барокко, модерн, һуңғы осор авангарды) һәм көнсығыш стиль элементтарының берләшеүенән барлыҡҡа килгән үҙенсәлекле художестволы өлгөләр сағылыш ала. Әммә баҫмалар күпләп сығарылмай, башлыса улар иллюстрацияһыҙ була. Респ. баҫмасылар союзы — “Графика сәнғәте эшселәренең профессиональ йәмғиәте” (1917) барлыҡҡа килгәс, К.г. үҫешә башлай һәм союздың тәҡдиме б‑са бөтә типографиялар ҙа 1922 й. бер полиграфик пр‑тиеға (ҡара: Өфө полиграфкомбинаты) берләшә. 20 б. 20‑се йй. К.г. өлкәһендә гравёр В.Костарев, литограф Фредерикс, Ҡазан рәссамдары Н.Н.Кроневальд, Сөләймәнова эшләй. Ғәрәп графикалы китаптарға конструкти- визм экспрессияһы индерелә, ул тышлыҡтарҙа һәм титул биттәрендә хәрәкәтсән композициялар барлыҡҡа килтерә; киңлекте һүрәтләү төҙөлөшө, ритм һәм төҫтәр бирелеше үҙгәрә. Совет эмблемалары рәүешендәге орнамент мотивтары киң ҡулланыла. 1932 й. проф. рәссамдар әҙерләү өсөн Башҡ‑н дәүләт нәшриәте (ҡара: “Китап”) эргәһендә һәм Өлкә гәзит һәм журналдар нәшриәтендә рәссам‑графиктар төркөмө туплана. Был төркөмгә уҡыусылар Башҡ. сәнғәт техникумынан (ҡара: Сәнғәт училищеһы) һайлап алына, етәксеһе Ленинград рәссамы В.А.Власов була. 30‑сы йй. нәшриәттәрҙә китап рәссамы вазифаһы булдырыла. Был йылдарҙа рәссамдар Р.Ғ.Ғүмәров, Фролова, Г.Хәлисов эшләй башлай. К.г. үҫешенә Ғүмәров айырыуса ҙур өлөш индерә, ул беренселәрҙән булып башҡ. әкиәттәренә иллюстрацияларҙа милли типажды һүрәтләй. 50‑се йй. Башҡ‑н дәүләт нәшриәтенең художество мөхәррире итеп А.А.Астраханцев тәғәйенләнә, ул К.г. сәнғәтен яңы юғары кимәлгә күтәреүгә булышлыҡ итә. Рәссамдың төп бурысы — “китапты бер бөтөн итеп формалаштырыу”, унда бөтә художество элементтарҙы (шрифт, орнамент, төҫ, илл.) төп маҡсатҡа берләштереү мөмкинлеген Астраханцев үҙе биҙәгән байтаҡ баҫмаларҙа, ш. иҫ. “Һинд әкиәттәре” китабында, асыҡ күрһәтә һәм 1958 й. был баҫма РСФСР-ҙа китапты художестволы биҙәүҙең иң яҡшы өлгөһө тип таныла. 60‑сы йй. башлыса әкиәттәр, балалар әҙәбиәте, башҡ. эпосы баҫыла. Был осорҙа М.Кәримдең “Ҡара һыуҙар” әҫәренә динамизм м‑н һуғарылған тәьҫирле иллюстрациялар ижад иткән В.Д.Дианов; былина һәм әкиәттәр биҙәлеше нәфислек м‑н айырылып торған С.Р.Ковалёв; М.Кәрим, М.Ғәли әҫәрҙәренә һүрәттәрҙе ҙур оҫталыҡ һәм художестволы үҙенсәлек м‑н башҡарған А.А.Холопов, ш. уҡ В.Н.Баскаков, В.Г.Воронин, В.А.Рудаков бик уңышлы эшләйҙәр. 1970 й. Бөтә Союз китап сәнғәте күргәҙмәһендә “Әлифба” китабын биҙәүсе графиктар Дианов һәм Ковалёвтың проф. оҫталығы юғары баһалана. 70‑се йй. китап биҙәү өлкәһендә А.В.Веселов, Э.Зарипов, И.Ф.Кибальник, А.Г.Королевский, Ә.Ш.Лутов, Э.М.Сәйетов, С.А.Фадеев, Б.Ә.Хәйбуллин һәр береһе үҙ стилен табып әүҙем ижад итә. 80—90‑сы йй. К.г. рәссамдар плеядаһына А.Ә.Василов, А.Р.Ғарипов, А.Ф.Ғәлин, В.П.Ковалёв, А.А.Костин, М.Л.Ҡәйүмова, С.В.Маджар, А.Р.Мөхтәруллин, У.Т.Мәсәлимов, И.С.Фәйрушин ҡушыла. И.Я.Ниғмәтйәнов, А.Л.Чудинов, И.Р.Әхмәҙуллина һ.б. ижадында компьютер технологиялары ҡулланылыш таба. Башҡортостан китап графиктарының эштәре бөтә Рәсәй (1981, 1987, 1991) һәм халыҡ‑ара (1981, 1985, 1999) күргәҙмәләрҙә юғары баһаға лайыҡ була. 1999 й. Өфөлә үткән китап рәссамдары күргәҙмәһендә С.Б.Билалова, Г.Е.Голубев, С.М.Ғиләжетдинов, Маджар, Р.Й.Миңлебаев, Б.А.Самосюк, О.А.Самосюк, А.Р.Тереғолов, Әхмәҙуллина, М.Л.Әхмәҙуллин һ.б. ҡатнаша. К.г. үҫтереү маҡсатында 1999 й. ӨДСИ‑нең һынлы сәнғәт ф‑тында “графика, китап сәнғәте” махсус курсы асыла. 2001 й. алып Өфөлә йыл һайын реклама, дизайн, полиграфия б‑са “Я! года” Төбәк фестивале үткәрелә.

Әҙәб.: Смирнов В.Д. Мусульманские печатные издания в России. СПб., 1893; Герчук Ю.Я. История графики и искусства книги. М., 2001.

М.Л.Әхмәҙуллин

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке