КИҪТӘНЛЕИВАНОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 26 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Киҫтәнле й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 625 кеше; 1920 — 711; 1939 — 721; 1959 — 725; 1989 — 377; 2002 — 350; 2010 — 290 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Киҫтәнле‑Боғҙан урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Бәләбәй өйәҙендә сыуаштар нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Шулай уҡ Үрге Киҫтәнле исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 56 йортта 360 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. миссионер мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй булған. Е.М.Тарасов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.