КИҪТӘНЛЕБОҒҘАН, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Баҙлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 16 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Киҫтәнле й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1443 кеше; 1920 — 1436; 1939 — 1322; 1959 — 1019; 1989 — 662; 2002 — 587; 2010 — 483 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙендә сыуаштар нигеҙ һала, 1786 й. алып Боғҙан исеме м‑н билдәле. 1865 й. Киҫтәнле (Үрге Боғҙан) исеме м‑н иҫәпкә алынған, 164 йортта 684 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, тегенселек һәм күн эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне һәм 6 тирмән‑болғауыс булған. Шулай уҡ Түб. Киҫтәнле булараҡ теркәлгән. 1906 й. ир һәм ҡыҙ балалар өсөн сиркәүмәхәллә мәктәптәре, 5 тирмән, 2 бакалея кибете, мөгәзәй булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке