КИСЛОТАЛЫ ЯМҒЫРҘАР, әсе ямғырҙар, һауала көкөрт диоксиды, азот оксиды, хлорлы водородтың һ.б. тейешенән артыҡ булыуы сәбәпле әселәндерелгән (рН<5,6) яуым-төшөм, ш. иҫ. ҡар, боҙ‑борсаҡ, томан. Атмосфера дымы антропоген ташландыҡтар (төрлө берләшмәләр һәм материалдар яныу продукттары) м‑н тәьҫир итешкәндә барлыҡҡа киләләр. К.я. тирәяҡ мөхитте бысрата, экосистемалар деградацияһына килтерә, кешеләрҙең сәләмәтлегенә, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына насар йоғонто яһай. К.я., тупраҡта файҙалы матдәләр эрегәндә ауыр металдарҙың һелтеһеҙләнеүе, һыу ятҡылыҡтарының планктон организмдары, балыҡтарҙың һәләк булыуына һәм ылымыҡтарҙың юғалыуына килтереп әселәнеүе сәбәпле, уларҙың үҙен‑үҙе көйләп нейтралләшеүен тотҡарлай. Башҡортостанда 2000 й. көкөрт диоксидының тулайым ташландығы — 123,2 мең т, азот оксидыныҡы — 50,5, 2005 й. — ошоға ярашлы 81,7 һәм 45,0, 2011 й. 51,4 һәм 100,9 мең т тәшкил иткән. Сәнәғәт үҙәктәренә яҡын урмандар терр‑яһындағы ҡар составында минераль азот миҡдарының сикләнелгән йөкләнештән 2—5 тапҡырға юғары булыуы хас. Шулай уҡ ҡара: Химик технология.

Н.В.Давиденко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018