АЛЕКСАНДРОВ Игорь Васильевич (26.11.1954, Өфө), физик. Физика-матем. ф. д‑ры (1997), проф. (2002). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2010). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) ӨДАТУ‑ла эшләй: 1986 й. алып 2‑се авиация технологияһы ф‑ты, 1987—95 йй. дөйөм фәндәр кафедралары ф‑ты деканы, 2004 й. башлап физика каф. мөдире; бер үк ваҡытта 1995 й. алып ӨДАТУ‑ның төп ғилми хеҙм‑ре, 2008 й. башлап “Наноструктур материалдар һәм юғары технологиялар” ғилми-белем биреү үҙәгенең ғилми етәксеһе һәм Перспективалы материалдар физикаһы ин‑тының ғилми хеҙм‑ре. Фәнни тикшеренеүҙәре металдарҙың һәм иретмәләрҙең ныҡлығы һәм һығылмалылығы физикаһы мәсьәләләре м‑н бәйле. А. камиллаштырған рентген структуралы анализ ысулы интенсив пластик деформация ярҙамында алынған үтә ваҡ бөртөклө наноструктуралы материалдарҙың структураһын һәм үҙсәнлектәрен тикшереү өсөн ҡулланыла. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2015).

Х е ҙ м.: Наноструктурные материалы, полученные интенсивной пластической деформацией. М., 2000 (авторҙ.); Объёмные наноструктурные металлические материалы: получение, структура и свойства. М., 2007 (авторҙ.).

И.Н.Красногорская

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

портрет