КИСЛОТАЛАР, һыуҙағы эретмәләрҙә водород ионы барлыҡҡа килтереп диссоциацияланыу м‑н характерланған химик берләшмәләр. Диссоциация дәрәжәһе б‑са — көслө (һыуҙағы эретмәләрҙә тулыһынса диссоциациялана) һәм көсһөҙ (аҙ дәрәжәлә диссоциациялана), металл м‑н алмаштырыла алған водород атомдарының һаны б‑са бер‑, ике‑, өс нигеҙлеләргә бүленәләр. Органик булмаған (минераль) һәм органик (ҡара: Карбон кислоталары, Тәбиғи кислоталар, Синтетик май кислоталары) К. айыралар. Органик булмаған К. кислородлы — HnXOm(оксокислоталар) һәм кислородһыҙ — HnY (бында XОm һәм Y— к‑та ҡалдыҡтары, Х — к‑та барлыҡҡа килтереүсе элемент, Y — галоген йәки халькоген) бүләләр. Тәме ҡырҡыу, күбеһе һыуҙа яҡшы эрей, химик индикаторҙарҙың төҫөн үҙгәртеү һәләтенә эйә. Водородты металл м‑н алмаштырғанда — тоҙ, кислород атомын уның молекулаһына алмаштырғанда — пероксикислоталар, көкөрт атомына алмаштырғанда тиокислоталар барлыҡҡа килтерәләр. Шулай уҡ СН‑кислоталар айырылып йөрөтөлә (ациклик һәм циклик төҙөлөшлө туйынған һәм туйынмаған берләшмәләр) — углерод‑водород бәйләнешенең протон һәм карбанион барлыҡҡа килтереп гетеролизы мөмкин булған органик берләшмәләр. Башҡортостанда азот кислотаһын һәм фосфор кислотаһын (“Минудобрения”), көкөрт кислотаһын (“Газпром нефтехим Салават”, “Минудобрения”, “Уфанефтехим”), тоҙ кислотаһын (“Газпром нефтехим Салават”, “Каустик”, “Минудобрения”), уксус кислотаһын (Әмзә урман комбинаты) етештереү үҙләштерелгән. 2004 й. тиклем көкөрт, тоҙ, карбон К. “Уфахимпром” ААЙ сығарған. Шулай уҡ ҡара: Аминокислоталар, Тупраҡтың әселеге.

И.Н.Сираева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018