КИСЛОРОД (Oxygenium), О, Д.И.Менделеев периодик системаһының VI төркөм химик элементы. Еҫе һәм тәме булмаған газ; tиреү — 218°С, tҡайнау —192,8°С, тығыҙлығы 1,43 кг/м3. Окисландырыусы, электр разряды йәки УФ нурланыш тәьҫирендә озонға әүерелә. Еңел затлы газдарҙан башҡа бөтә элементтар м‑н берләшмәләр барлыҡҡа килтерә. Башҡортостанда 1939 й. Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ. беренсе кислород з‑дтары эксплуатацияға индерелә; түбән т‑рала ректификациялап һауанан алғандар. 90‑сы йй. шыйыҡландырылған К. “Сода” ААЙ, “Химпром” Өфө ДУП (ҡара: “Уфахимпром”), Өфө нефть эшкәртеү заводы, технологик маҡсаттар өсөн — Туймазы медицина быяла з‑ды (ҡара: “Туймазыстекло”) сығара. К. етештереү “Башвтормет”, “Каустик” ААЙ‑ларында һ.б.; медицина К. Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводында, 2‑се Республика клиник дауаханаһының 2‑се Азот-кислород станцияһында үҙләштерелә. Сәнәғәт күләмендә органик синтезлауҙың байтаҡ продукттарын: этилен окисы, метилэтилкетон һәм фталь ангидридын (“Газпром нефтехим Салават” ААЙ), синтетик май кислоталары һәм юғары майлы спирттарҙы (“Уфанефтехим” ААЙ), фенол һәм ацетонды (“Уфаоргсинтез” ААЙ) сығарғанда каталитик окисланыу процестарында, ш. уҡ көкөрт кислотаһы (“Уфанефтехим”, “Химпром”), көкөрт (Өфө НЭЗ‑ы, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Газпром нефтехим Салават”) һ.б. етештергәндә К. киң файҙаланыла. Терефталь к‑таһына тиклем пксилолдың каталитик окисланыуы полиэтилентерефталат сығарыуҙа (“Полиэф” ААЙ) тәүге процесс булып тора. Газ хәлендәге К. металлургияла домна һәм ҡорос иретеү процестарын интенсивлаштырыу, ш. уҡ металдарҙы иретеп йәбештереү һәм ҡырҡыу һ.б. өсөн ҡулланыла.

В.Н.Майстренко

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.