КИСКЕ ӨФӨ”, ижт.‑сәйәси һәм әҙәби‑нәфис гәзит. Ойоштороусылары — Өфө ҡ. ҡала округы хакимиәте. 2002 й. нояб. алып Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тиражы — 7 мең данаға яҡын (2012). Гәзиттә Өфөнөң һәм респ. ижт.‑сәйәси, соц.‑иҡт. һәм мәҙәни тормошо яҡтыртыла; башҡ. халҡының этнографияһы б‑са материалдар, әҙәп, әхлаҡ, рух мәсьәләләре б‑са мәҡәләләр баҫыла. Рубрикалары: “Баш йортта”, “Ишара”, “Йәшәйеш ҡағиҙәһе”, “Ҡомар”, “Тарихыңды таныт” һ.б. Баш мөхәррире — Г.Г.Янбаева (2002 й. алып).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке