КИҪӘКСӘЛӘР, айырым һүҙҙәргә, һүҙ формаларына, һүҙбәйләнештәргә һәм һөйләмдәргә төрлө мәғәнә, эмоциональ‑экспрессив һәм модаль мәғәнә төҫмөрө биргән ярҙамсы һүҙ төркөмө. Башҡорт телендә К. грамматик (сикләүҙе, һорауҙы, билдәләүҙе, сағыштырыуҙы, оҡшашлыҡты һ.б. асыҡлай) һәм модаль (фаразлау, икеләнеү, мөмкинлек, мәжбүрилек, тейешлек, раҫлау, үтенеү, инҡар итеү һ.б.) төрҙәргә айырып йөрөтөлә.

Грамматик К. түбәндәгеләргә бүленә: 1) күрһәтеү (“ана”, “бына” һ.б.), мәҫ., “Бына июль ҡояшы, ҡыҙыл керпектәрен асыулы киреп, ашыҡмай ғына офоҡҡа яҡынлашты”; 2) билдәләү‑асыҡлау (“нәҡ”, “тап”, “тас”, “ҡап” һ.б.), мәҫ., “Нәҡ шул ваҡытта урман яңғыратып мылтыҡ шартланы”); 3) һорау (“‑мы”, “‑мы ни”, “‑мы икән”, “‑мы әллә”, “‑мы һуң”, “‑мы икән ни” һ.б.), мәҫ., “Һеҙҙең Бөркөтлөлә булғанығыҙ бармы?”; 4) сикләү- айырыу (“ғына”, “уҡ”, “тик”, “фәҡәт”, “иһә” һ.б.), мәҫ., “Бөтә ышанысым һин генә”; 5) көсәйтеү (“бик”, “үтә”, “һәләк”, “ифрат”, “ныҡ”, “иллә” һ.б.), мәҫ., “Быйыл да йәйҙең иң күркәм көндәрендә ауылыма ҡайттым”. Модаль К. түбәндәгеләргә бүленә: 1) раҫлау (“баһа”, “да баһа”, “бит”, “шул”, “ул”, “әле” һ.б.), мәҫ., “Ҡарасы, үҙәкте өҙҙө лә ҡуйҙы ла баһа”; 2) йөкмәтеү (“‑һана”, “‑сы”, “әле”, “инде” һ.б.), мәҫ., “Туҡтағыҙ, көтөгөҙ, ул хәтле ашыҡмағыҙсы, күҙ алдымдан юғалмай тороғоҙсо, минең ҡәҙерле минуттарым!”; 3) самалау, икеләнеү (“‑дыр”, “әллә” һ.б.), мәҫ., “Тыуған иленә ҡайтаһы килгәндер”.

Ҡайһы бер К. теркәүестәр функцияһын башҡара һәм тиң киҫәктәрҙе, ш. уҡ теҙмә ҡушма һөйләм компоненттарын үҙ‑ара бәйләп килә: “да” модаль К., мәҫ., “Ана Ҡормош байҙың яп‑ямаҡ ҡыҙы Ғилмекәй гел сатиндан да ебәктән генә кейә”; “хатта” көсәйтеү К., мәҫ., “Улар (сәскәләр) шул хәтле тере, хатта уларҙың хуш еҫтәре танауға бәрелеп торған һымаҡ”.

Ҡулланылыу урынына ҡарап, К. түбәндәгесә бүленә: 1) препозитив, һүҙҙең алдынан килә: “иң ябай”, “бик күп” һ.б.; 2) постпозитив, һүҙҙән һуң килә: “хәҙер үк”, “кескәй генә” һ.б.

Әҙәб.: Султанбаева Х.В. Система слу- жебных частей речи (на материале башкирского языка). Уфа, 2006.

Х.В.Солтанбаева

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018