КИҪӘКҠАЙЫН, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Киҫәкҡайын а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Бәҙрәшбаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 552 кеше; 1920 — 610; 1939 — 583; 1959 — 587; 1989 — 446; 2002 — 552; 2010 — 519 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1774 й. алып Ҡайынкиҫәк исеме м‑н билдәле. 1795 й. 26 йортта 141 кеше йәшәгән, 1865 й. (хәҙ. исемдә) 65 йортта — 363 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Х.Х.Мөҙәрисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018