КИСЕЛЁВ Олег Михайлович (28.12.1965, Өфө), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1988) Математика ин‑тында эшләй (2003 й. алып төп ғилми хеҙм‑р). Фәнни тикшеренеүҙәре математик физикаға, солитондар теорияһына, асимптотик ысулдарға арналған. К. тарафынан көслө дисперсиялы ярым һыҙыҡлы гиперболик система өсөн Коши мәсьәләләре, Максвелл—Блох системаһы өсөн Гурс мәсьәләләре һ.б. тикшерелә. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Асимптотики решений многомерных интегрируемых уравнений и их возмущений //Современная математика. Фундаментальные направления. 2004. Т.11; Hard Loss of Stability in Painleve‑2 Equation //Journal of Nonlinear Mathematical Physics. 2001. Vol.8. №1.

Л.А.Калякин

Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Текст на русском языке