КИСЕЛЁВ Иван Александрович [16.8.1920, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Архангел а. (БР‑ҙың Архангел р‑ны) — 3.1.2008, Мәскәү], танкист, ген.‑майор (1967). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Армияның Бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1949). 1940 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. башлап Брянск, Үҙәк һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 69‑сы армия 11‑се танк корпусы 65‑се танк бригадаһының танк взводы ком. өлкән лейт. К. 1945 й. 15—18 ғин. Зволень, Лодзь, Радом һәм Томашув ҡҡ. (Польша) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Отставкаға сыҡҡандан һуң (1980) Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943 й. майы һәм окт.), Александр Невский (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1956), 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн” (1975), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Асабин Е. В броневом строю //Генералы Башкортостана. Уфа, 1995.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Портрет: И.А.Киселёв

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.