КИСЕЛЁВ Вячеслав Александрович (15.12.1945, Приморье крайы Вознесенка а.), спортсы. Спорт туризмы б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2002), респ. категориялы судья (2004). Рәсәйҙең атҡ. сәйәхәтсеһе (1999). ӨАИ‑ны тамамлаған (1973). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Л.Д.Киселёва). Рәсәй чемп. (1992), РСФСР чемпионатының көмөш (1987), Рәсәй чемпионаттарының бронза (1994, 1996, 1998) призёры. БР‑ҙың Туризм-спорт союзы президенты (2001—03), Башҡ‑н төбәк маршрут‑квалификация комиссияһы рәйесе (1990—2012).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке