“КИҪЕКБАШ КИТАБЫ” (“Киҫелгән баш тураһындағы китап”), “Киҫекбаш”, төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, дастан. Төрки телендә яҙылған, 13—16 бб. ҡарай. Ҡайһы бер ғалимдарҙың (И.В.Боролина, В.М.Коджатюрк һ.б.) фаразлауы б‑са, 12 б. төрөк шағиры Кирдеджи Али (был исем 1841—44 йй. башҡ. күсермәһендә лә телгә алына) “К.к.” авторы һанала. Мәҫнәүи формаһында. Дини‑дидактик, мажаралы әкиәткә тартым. Ғәли батыр (Әли ибн Әбү Талип — 4‑се тоғро хәлиф, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең 2 туған ҡустыһы һәм кейәүе) т‑дағы әҫәрҙәр (“Ҡисса‑и Ғәли”, “Ҡисса‑и Сәҡам” һ.б.) циклына инә. Сюжет нигеҙендә — Ғәли батырҙың Алланы, исламды данлау хаҡына башҡарған героик эштәре. Мөхәммәткә ҡасандыр ғәҙел хаким, хаҡ мосолман булған кешенең башы — Киҫекбаш мөрәжәғәт итә. Ҡалаһына дәү дейеү һөжүм итеүе, уның улын ашауы, ҡатынын урлауы, үҙенең башын өҙөүе т‑да әйтә. Уны тыңлағандан һуң пәйғәмбәр Ғәлигә Киҫекбашҡа ярҙам итергә ҡуша. Ғәли Киҫекбаш м‑н ҡом сүллегенә юлға сыға, дейеү йәшенгән тәрән ҡоҙоҡҡа төшөп, уны үлтерә. Мөхәммәт доға ярҙамында Киҫекбашты элекке ҡиәфәтенә ҡайтара һәм уның улын терелтә. Әҫәрҙә фольклор һәм әҙәбиәт традициялары, донъяуи һәм дини мотивтар тығыҙ үрелгән. Һөйләшеүсе баш т‑дағы сюжет Аттарҙың “Жөмжөмәнамә”, Хөсәм Кәтибтең “Жөмжөмә солтан” әҫәрҙәрендә осрай. Башҡортостанда археографик экспедициялар ваҡытында “К.к.” бер нисә ҡулъяҙма күсермәһе табыла: яҡынса 1841—44 йй. яҙылғаны Саҡмағош р‑ны Яңы Ҡаръяуҙы а. (1973 й. табыла), 1837 й. күсермәһе — Илеш р‑ны Һеңрән а. (1974) һәм 1881 й. күсермә Благовар р‑ны Сатра а. (1986) һ.б.; улар ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында, Милли китапхананың һирәк китаптар бүлегендә һаҡлана.

Әҙәб.: Литература Востока в средние века. В 2 ч. Ч.2. М., 1970; Булгаков Р.М. Описание восточных рукописей Института истории, языка и литературы. Ч. 1. Уфа, 2002.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.