КИРЮШКИН, Ашҡаҙар, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Денис а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Мәләүез т. юл ст. Көнб. табан 92 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 956 кеше; 1920 — 1071; 1939 — 433; 1959 — 377; 1989 — 310; 2002 — 352; 2010 — 358 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Ашҡаҙар шишмәләре” сыуаш халыҡ ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1787 й. керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ өйәҙҙең Покровский (хәҙ. Стәрлетамаҡ р‑ны Сыуаш-Ҡуғанаҡ а.) һәм Бөгөлмә өйәҙенең Уҫаҡлы аа. яңы суҡындырылған сыуаштары нигеҙ һала. Шулай уҡ Ашкадарские Вершины исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 247 кеше йәшәгән, 1865 й. 65 йортта — 572 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, 2 һыу тирмәне, тимерлек, мөгәзәй теркәлгән. А.А.Пантелькин ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке