КИРӘЕВА Нәйлә Әхнәф ҡыҙы (10.11.1948, Өфө — 25.11.12, шунда уҡ), микробиолог, биотехнолог. Биол. ф. д‑ры (1996), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2004). К.Мәргәндең ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Биология ин‑тында эшләй. 1977 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге нефть продукттарының, пестицидтарҙың һ.б. бысратыусыларҙың тирәяҡ мөхиттә микробиол. тарҡалыуын өйрәнеүгә арналған. Нефть м‑н бысранған тупраҡ һәм һыу ятҡылыҡтарын тергеҙеүҙең биотехнологик ысулдарын эшләй. Тирә‑яҡ мөхиттең нефть м‑н бысранған объекттарына мониторинг яһар өсөн биодиагностик күрһәткестәр һәм биотест-системалар һайлап ала. 500‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Микробиологические процессы в нефтезагрязнённых почвах. Уфа, 1994; Биологическая активность нефтезагрязнённых почв. Уфа, 2001 (авторҙ.); Микробиологическая рекультивация нефтезагрязнённых почв. М., 2001 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке