КИРӘЕВА Миңзада Мирғәле ҡыҙы (28.10.1948, Стәрлетамаҡ ҡ.), актриса. РФ‑тың атҡ. (1999), БАССР‑ҙың халыҡ (1991) һәм атҡ. (1977) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983 й. алып). Ҡазан театр уч‑щеһын тамамлаған (1971; В.Г.Остропольский курсы). 1979 й. алып Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры актрисаһы. Ижады тәрән тойғоларға бай булыуы, аныҡлыҡ һәм экспрессивлыҡ, образды тәбиғи итеп уйнауы м‑н айырылып тора: Людмила (“Һуңлап килгән мөхәббәт” — “Поздняя любовь”, А.Н.Островский), Маша (“Аҡсарлаҡ” — “Чайка”, А.П.Чехов), Оло инәй (“Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” повесы б‑са “Ике хат” — “Два письма” әҫәре), Тәңкәбикә (“Ай тотолған төндә” — “В ночь лунного затмения”; икеһе лә — М.Кәрим), Валентина (“Валентин һәм Валентина” — “Валентин и Валентина”, М.М.Рощин) һ.б. Репертуарында көнбайыш, ш. иҫ. абсурд драмаһының, ҡатмарлы, ҡапма‑ҡаршылыҡлы образдары бар: миссис Пирс (“Пигмалион”, Б.Шоу), Эбби (“Ҡарама төбөндәге мөхәббәт” — “Любовь под вязами”, Ю.О‘Нил), Агнесса (“Һабан турғайы” — “Жаворонок”, Ж.Ануй), леди Торренс (“Орфей тамуҡҡа төшә” — “Орфей спускается в ад”, Т.Уильямс). Респ. башҡ. драматургияһы театр фестивале дипломанты (Стәрлетамаҡ, 2010).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: М.М.Кирәева Рукояткина ролендә (“Һорау алыу” — “Допрос”, С.Родионов)

 

Текст на русском языке