КИРӘЕВ Шаймөхәмәт Шаһийыһан улы (5.6.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡаракөсөк а., хәҙер БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Үрнәк а., — 26.2.1993, Үрге Өпәле ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1938 й. алып Саҡмағош р‑нының В.В.Куйбышев ис. с‑зында тракторсы булып эшләй. 1946 й. башлап СССР‑ҙың Дәүләт именлеге министрлығы хеҙм‑ре. 1952—82 йй. Силәбе өлк. эшләй: “Челябметаллургстрой” тресының “Прокатстрой” төҙөлөш идаралығы, Өпәле урман сәнәғәте хужалығы бригадиры. Ленин (1971), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Киреев Ш.Ш. //Герои труда. Уфа, 2011.

В.А.Черных

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке