КИРӘЕВ Арыҫланбәк Иҙиәт улы [26.9.1908, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Түб. Тирмә а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 14.6.1952, ш. уҡ райондың Шишмә ҡсб], Соц. Хеҙмәт Геройы (1951). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1920 й. алып Өфө заводтарында, 1933 й. — Шишмә МТС‑ында эшләй: комбайнсы ярҙамсыһы, 1934 й. башлап комбайнсы. Юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшкән: игендең төшөмө 844,1 т, күп йыллыҡ үлән орлоҡтарының — 6,6 т тәшкил иткән (1950). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1951). К. исеме м‑н Шишмә ҡасабаһында урам аталған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Илл.: А.И.Кирәев