КИРӘМӘТ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Бура а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 55 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 48 км алыҫлыҡта Үле Танып й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 339 кеше; 1920 — 320; 1939 — 303; 1959 — 317; 1989 — 401; 2002 — 309; 2010 — 341 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1763 й. һәм 1780 й. араһында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1594 й.) Ҡазан даруғаһы Гәрә улусында мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1795 й. 38 йортта 27 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 31 йортта — 167 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея һәм шарап кибеттәре теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов