АЛЕКСАНДР СИРКӘҮЕ, Иҙге Благоверный кенәз Александр Невский ҡорамы, Өфөнөң Александр майҙанында 1824 й. төҙөлә, Иоанникий тарафынан 1836 й. изгеләштерелә. Сиркәүҙе нигеҙләү датаһы яҙылған тәүге ташты Александр I һала. Бер көмбәҙле, манаралы (8 ҡыңғырау), таш бағанаға ултыртылған суйын ҡойма м‑н кәртәләнгән таш сиркәү классицизм стилендә төҙөлә (1848). 1868 й. өс яруслы иконостас ҡуйыла. Сиркәүҙең 3 өҫтәле була: төп өҫтәле — иҙге Благоверный кенәз Александр Невский хөрмәтенә (1836 й. изгеләштерелә), уң приделдағыһы — иҙге великомученик Пантелеймон хөрмәтенә (1897 й. изгеләштерелә) һәм һулдағыһы иҙге великомученица Екатерина хөрмәтенә (1899) арнап эшләнә. Һул приделда Ҡазан Божья Матерь иконаһының күсермәһе һаҡланған, уның м‑н йыл һайын крестный ход үткәрелгән. 1881 й. сиркәү эргәһендә ярлыларҙы ҡайғыртыусы ойошма асыла. 1916 й. Көнсығыш Рәсәй мәҙәни-ағартыу ойошмаһы ололар өсөн йәкшәмбе мәктәбен ойоштора. 19 б. аҙ. А.с. ҡабаттан төҙөлә, 1931 й. ябыла, һуңынан һүтелә. Настоятелдәре: П.Несмелов (1861 й. алып), И.Темперов (1867—76), М.Светлозаров (1878—1903). Әлеге ваҡытта сиркәү урынында БР Профсоюздар Федерацияһы советы бинаһы урынлашҡан.

О.В.Васильева, П.В.Егоров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.