КИРӘЕВ Рөстәм Солтангәрәй улы (28.6.1960, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Раевка эшселәр ҡсб), агроном. А.х. ф. д‑ры (2002), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2015). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) 1983 й. тиклем Әлшәй р‑нының “Яңы Раевка” с‑зы агрономы. 1986 й. алып БДАУ-ҙа: 1999—2001 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 2002 й. алып ғилми‑тикшеренеү бүлеге нач., 2004 й. — уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 2005 й. башлап агрономия ф‑ты деканы. 2012 й. алып “Россельхозцентр” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының БР б‑са филиалы етәксеһе (Өфө). Фәнни тикшеренеүҙәре һөрөнтө ерҙәрҙең уңдырышлылығын һәм БР‑ҙың барлыҡ ауыл хужалығы зоналарында ла агрофитоценоздарҙың продуктлылығын көйләүгә арналған. К. тарафынан көлһыуланған, йыуылған ҡара тупраҡты агроэкологик баһалау ысулдары, тергеҙеү системаһы һәм уңдырышлылыҡ моделдәре эшләнгән. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Регулирование плодородия чернозёмов лесостепных агроландшафтов Южного Урала. Уфа, 2003; Оптимизация сельскохозяйственного землепользования в Республике Башкортостан. М., 2008 (авторҙ.); Башкортостан: климат, почвы, культуры, сорта. Уфа, 2015 (авторҙ.).

И.С.Миңлеәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова