КӘЗӘ ҮЛӘНЕ (Galega), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 8 төрө билдәле, Европаның көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында, Көнбайыш Азияла, ш. уҡ Көнсығыш Африкала таралған. Башҡортостанға 2 төрө интродукцияланған: көнсығыш К.ү. һәм дарыулы К.ү. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 150 см тиклем. Япрағы ҡатмарлы, ишһеҙ. Сәскәһе күк һәм аҡһыл шәмәхә төҫтә. Сәскәлеге — төҙ тәлгәш. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — 3—14 орлоғо булған ҡуҙаҡ. Орлоғо авг. өлгөрә. К.ү. — мал аҙығы, баллы үҫемлек. БР‑ҙа көнсығыш К.ү. үҫтерелә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 5,5—9,0 г. К.ү. — ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы, яҡтылыҡ һәм йылы яратыусы үҫемлек, үҫтереү өсөн һаҙланған һәм әсе тупраҡ яраҡһыҙ, 18 көнгә тиклем һыу баҫыуға бирешмәй. Иртә яҙҙа үҫеп сыға, 2 тапҡыр сабып алырға була. Төп элгәрҙәре — аралыҡлы культуралар һәм ужым иген культуралары. Иртә яҙҙа башлыса иген культуралары (арпа, яҙғы бойҙай һ.б.) ҡапламы аҫтына сәселә. Орлоҡто сәсеү алдынан скарификациялайҙар һәм ризоторфин м‑н эшкәртәләр. Рәтле сәсеү ысулы м‑н сәсеү нормаһы (мал аҙығына) 25—30 кг/га, киң рәтленеке (орлоҡҡа) 7—14 кг/га, орлоҡто сәсеү тәрәнлеге 2—3 см. Уңдырышлылыҡ (ц/га): йәшел масса (2 сабымда) — 350, бесән — 80, орлоҡ — 3; 100 кг бесәндә 56,3 мал аҙығы берәмеге, 16,8 үҙләштерелеүсе протеин бар (Балтас дәүләт сорт һынау участкаһы, 1989). Йәшел мал аҙығы, бесән итеп һ.б. ҡулланыла. К.ү. агротехникаһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1989 й. башлап Аграр университетта (С.Н.Надежкин, Ф.С.Хәзиәхмәтов, Б.Ғ.Шәрифйәнов һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Р.С.Йәнекәев) һәм “Госсорткомиссия” ла (И.П.Леонтьев) алып барыла. К.ү. башлыса тау-урман зонаһында, төньяҡ урман-дала зонаһында һәм төньяҡ-көнсығыш урман- дала зонаһында үҫтерелә. БР б‑са Гале, Горноалтайский 87 һ.б. сорттары ҡулланылышҡа индерелгән.

Әҙәб.: Надежкин С.Н. Конвейерное производство кормов на Южном Урале. Ульяновск; Уфа, 1989; Надежкин С.Н., Кираев М.Х. Галега восточная (козлятник). Уфа, 2001.

П.М.Кутиков, С.Н.Надежкин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл.: Көнсығыш козлятнигы (Galega orientalis)

Текст на русском языке