КИСКЕ МӘКТӘПТӘР, уҡыу м‑н хеҙмәт эшмәкәрлеген бер юлы алып барған йәштәр һәм өлкәндәр өсөн дөйөм белем биреүсе уҡыу йорттары. Рәсәйҙә К.м. йәкшәмбе мәктәптәренең бер төрө булараҡ 19 б. 70‑се йй. барлыҡҡа килә. К.м. тигән атама аҫтында өлкәндәр өсөн башланғыс уҡыу йорттарының төрлө типтары берләшә: грамота мәктәптәре, эшселәр өсөн дөйөм белем биреү һәм һөнәрселек мәктәптәре, ҡалау чилищелары һәм земство мәктәптәренең ҡабатлау-өҫтәмә курстары. К.м. бер өлөшө Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була, земство һәм шәхси, ш. уҡ сәнәғәт пр‑тиеларының К.м. эшләй. Совет власы осоронда К.м. берҙәм халыҡ мәғарифы системаһының бер өлөшөнә әүерелә. 1920—30 йй. өлкәндәр өсөн ғәҙәти (башланғыс белем биреү программаһы б‑са 2 йыл уҡытыу) һәм юғары (тулы булмаған урта мәҡтәп программаһы б‑са — 3 йыл) тип мәктәптәре (1936 й. өлкәндәр өсөн тулы булмаған урта һәм урта мәктәптәр итеп үҙгәртеләләр), крәҫтиән йәштәре мәктәптәре, киске эшсе факультеттары һәм төрлө дөйөм белем биреү, сәйәси‑ағартыу курстары К.м. төп төрҙәре булып тора. 1937 й. көндөҙгө (киске) уҡыу төрө м‑н бергә ситтән тороп уҡыу һәм экстернат индерелә. К.м. хәҙерге тибы 1943 й. ойошторолған эшсе йәштәр мәктәбе һәм ауыл йәштәре мәктәбе нигеҙендә формалаша. 1958 й. улар киске (сменалы) урта дөйөм белем биреү мәктәптәре итеп үҙгәртелә һәм 80‑се йй. башына тиклем эшсе йәштәр өсөн төп дөйөм белем биреү уҡыу йорто булып ҡала. 1985—88 йй. К.м. күбеһе ябыла. 1990 йй. алып К.м. үҙ аллы уҡыу йорттары, ш. уҡ көндөҙгө мәктәптәр эргәһендә киске бүлексәләр (кластар) булараҡ асыла.

Башҡортостанда К.м. 19 б. аҙ. — 20 б. башында барлыҡҡа килә. 1943 й. 24 К.м. була, уларҙа 2,7 меңдән ашыу кеше уҡый. 1944—60 йй. 40 меңдән ашыу кеше К.м. тамамлай. 1977 й. — 218 К.м. (64,1 мең уҡыусы), 1989 й. — 35 (13,9 мең), 2000 й. — 31 (9,4 мең), 2005 й. — 33 (9,6 мең), 2010 й. 17 (5,1 мең уҡыусы) була.

Х.Х.Баймырҙин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке