КЕБЛӘЛӘР, үлән беттәре (Aphidoidea), тигеҙ ҡанатлы томшоҡлолар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 4—20 мең төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың урта бүлкәтендә таралған. БР‑ҙа 30‑ҙан ашыу төрө бар. Тәне аҡ, тоноҡ йәшел, аҡһыл һоро, ҡара, оҙонлоғо бер нисә мм; ҡорһағы оҙонса, 5‑сеҡорһаҡ сегментында 2 балауыҙ көпшәһе бар. Тире ҡатламы йоҡа, йомшаҡ. Ауыҙ аппараты сәнсеүсе-һурыусы томшоҡ. Ҡанаты 2 пар, ҡанатһыҙ төрҙәре билдәле. К. тулы булмаған әүерелеш хас. Яҙ көнө аталандырылған йомортҡанан ҡанатһыҙ инә бөжәктәр үҫешә, улар аталандырыуһыҙ (партеногенетик юл м‑н) 12 быуынға тиклем тоҡом тыуҙыра. Партеногенетик зат йомортҡа һалмай, бәләкәй үлән бете йомортҡанан сыға, ш. уҡ ваҡытта үҫеш инәһенең организмында бара (йомортҡа-тере бала тыуҙырыу). Көҙ көнө айырым енесле бөжәктәр тыуа; инә бөжәктәр аталандырылған ҡышлаусы йомортҡалар һала. Тәүлек әйләнәһенә әүҙем. Төркөм м‑н йәшәй (мермикофиль төрҙәре — ҡырмыҫҡа ояларында). Ылыҫлы һәм сәскәле үҫемлектәрҙең, һирәгерәк абаға һымаҡтарҙың һуты м‑н туҡлана. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары, күп К. (ҡайын глифинаһы, сейә, ялтыр шыршы, кәбеҫтә,арпа бете һ.б.) сәнсеүе үҫемлек өлөштәренең зарарланыуына, үренделәрҙең үҙгәреүенә килтерә. К. ороларынан буяуҙар һәм дуплаусы матдәләр әҙерләгәндәр; уларҙың шәкәргә бай тиҙәген ҡырмыҫҡалар ялай, бал ҡорттары япраҡ балы итеп йыя.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018