КЕР ЙЫУЫУ ЙОРТО, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү пр-тиеһы, керҙе йыуыу һәм артабанғы эшкәртеү м‑н шөғөлләнә; кер йыуыу өсөн бина. Керҙе йыйыу һәм оҙатыу, үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү ысулы м‑н йыуыу, әйберҙәргә ваҡ ремонт яһау һ.б. хеҙмәттәр күрһәтә. Ҡорамалдары: кер йыуыу машиналары, центрифугалар, киптереү барабандары һәм шкафтары, киптереү‑үтекләү машиналары һәм престары һ.б. Шулай уҡ юғары категориялы К.й.й. була. Башҡортостанда 20 б. 20‑се йй. башында хәрби гарнизон эргәһендә К.й.й. эшләгән, 1935 й. — механизацияланған К.й.й., 1939 й. — 3 (сменаға 1,4 т кипкән кер), 1945 й. — 5 (3,6), 1956 й. — 6 (4,8; бөтәһе лә — Өфө), 1960 й. — 8, 1965 й. — 21, 1970 й. — 26, 1975 й. — 40 К.й.й. булған. 60‑сы йй. уртаһында үҙ‑үҙеңде хеҙмәтләндереү кер йыуыу пункттары, 70‑се йй. — үҙ‑үҙеңде хеҙмәтләндереү К.й.й. асыла. 2011 й. 43 К.й.й. иҫәпләнә. Күрһәткән хеҙмәттәре күләменән сығып “Таҙалыҡ үҙәге”, “Эдельвейс” (икеһе лә — Өфө), “Яңылыҡ” (Стәрлетамаҡ ҡ.), Салауат ҡала К.й.й иң эреләрҙән һанала.

И.С.Греханова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.