КЕСЕ НӨГӨШ, йылға, Нөгөш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) һул ҡушылдығы. Бөрйән р‑ны Аҫҡар а. төньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта Юрматау һыртының көнбайыш битләүендә башлана. Шул уҡ район терр‑яһы буйлап төньяҡтан көньяҡҡа, Танасыҡҡан й. тамағынан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға һәм Нөгөш й. (тамағынан 145 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 46 км, басс. майҙаны 306 м2. Туйыныуы ҡатнаш. Йылға тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 1,3 м3/с. Басс. рельефы тәпәш таулы. Ландшафы һоро урман тау тупрағындағы ҡатнаш урмандарҙан тора. Басс. 79%‑ын урман, 3%‑ын һөрөнтө ер биләй. К.Н. басс. Башҡорт ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан. Иң ҙур ҡушылдығы — Ярыу й. (һул).

Т.В.Воронина

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке