КЕСЕ ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә башланғыс уҡыу йорттары. Рәсәй империяһында Халыҡ училищелары уставына (1786) ярашлы ойошторолалар. Губерна Йәмғиәт ҡараулығы приказы ҡарамағында булалар. Губерна ҡалаларында төп халыҡ училищеларының 1‑се баҫҡысын (1—2‑се класс) тәшкил итәләр, өйәҙ ҡалаларында үҙаллы булалар. Крепостнойҙарҙан башҡа бөтә ҡатлам балалары ла ҡабул ителә. Уҡыу түләүһеҙ була. Уҡыу курсы — 2 йыл. Уҡыу программаһына уҡыу, яҙыу, грамматика, арифметика, рәсем һәм Алла Ҡануны инә. “Халыҡ мәғарифының элгәр ҡағиҙәләре”нә ярашлы 1803—04 йй. мәхәллә училищеларына һәм өйәҙ училищеларына үҙгәртелә.

Ырымбур губернаһында 1789 й. алып Минзәлә, Ырымбур, Силәбе ҡҡ. 3 К.х.у. эшләй. 1794 й. Силәбе К.х.у. уҡыусылар һаны етмәү арҡаһында — Быҙаулыҡ ҡ., 1797 й. Ырымбурҙағыһы губерна үҙәген күсереү сәбәпле Өфөгә күсерелә. 18 б. аҙ. училищеларҙа 134 уҡыусы була. К.х.у. 1817 й. Минзәләлә һәм Быҙаулыҡта, 1818 й. Өфөлә өйәҙ училищеларына әйләндерелә.

М.Н.Фәрхшатов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.