АЛЕКСАНДР II (17.4.1818, Мәскәү — 1.3.1881, С.‑Петербург), Рәсәй императоры (1855 й. 19 февр. алып), Романовтар династияһынан. Император Николай I өлкән улы. Инфантериянан генерал (1844). Реформалар (19 б. 60—80‑се йй.) инициаторы. 1837 й. В.А.Жуковский м‑н Рәсәй буйлап сәйәхәт итә. Ырымбур губернаһының Силәбе ҡ. (7 июнь), Златоуст заводында (7—9), Ырымбур ҡ. (июнь уртаһы) һ.б. урындарҙа була. Златоуст ҡорал фабрикаһы м‑н танышҡанда буласаҡ императорға биҙәкләнгән булат ҡорал йыйылмаһы бүләк ителә (2 кирасир палашы, 6 төрөк һәм 11 пехота ҡылысы, 3 черкес ҡылысы, 2 пехота шпагаһы, 3 ятаған һ.б. әйберҙәр). 1879 й. Ырымбур ҡ. янғындан зыян күреүселәргә 10 мең һум иғәнә бирә. 1891—1917 йй. Златоуст ҡ. А. II һәйкәле булған. 1884—1917 йй. Ырымбур Иҙге Ольга балалар йортонда 2 иң яҡшы уҡыусыға А. II исемендәге стипендия бирелгән.

Әҙәб.: Игнатьев Р.Г. Хроника достопамятных событий Уфимской губернии //Памятная книжка Уфимской губернии с статистическою картою губернии. Уфа, 1873. Ч.2; Татищев С.С. Император Александр II, его жизнь и царствование: в 2 т. СПб., 1903.

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018