КЕҮӘШ, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Саҡмағош р‑ны Васильевка а. эргәһендә башлана. Саҡмағош, Илеш (сиге буйлап), Дүртөйлө р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа табан аға. Дүртөйлө р‑ны Түб. Аташ а. эргәһендә йүнәлешен үҙгәртә һәм төньяҡҡа табан аға, Көшөл а. 1 км алыҫлыҡта төньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай борола һәм Ағиҙел й. (тамағынан 144 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 62 км, басс. майҙаны 736 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йылға тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 2,2 м3/с. Йылға басс. Кама‑Ағиҙел убалы уйпатлығында ята. Ландшафы һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан, ҡараһыу һоро урман тупрағындағы һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы ҡоро болондарҙан тора. Басс. 8%‑ын урман, 65%‑ын һөрөнтө ер биләй. Йылғала Саҡмағош р‑ны Тамъян а. эргәһендә быуа бар. Ҡушылдыҡтары: уң — Ҡарғыш, Манъяҙы һ.б.; һул — Биәтъяҙы, Наҙы, Һарыяҙ һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.