КИРХА, кирка (нем. Kirche — сиркәү), лютеран сиркәүе. К. готикаға һәм бароккоға барып тоташҡан ҡәтғи формалар, лютеран (ҡара: Лютерандар) дин ғилеменә ярашлы, аскеттарса эске биҙәлеш хас. Өфөлә К. 1910 й. Һамар урамында (Беляков урамы, 2) төҙөлә (1989 й. яңыртыла). Ҡалай м‑н ябылған, 1 ҡатлы кирбес бина. Сиркәүҙә 3 икона, ағас һәм мельхиор һауыт‑һаба, фисгармония була. 1911 й. ҡарата К. причты 1 пасторҙан тора, мәхәлләһен күсеп килеүселәр (95 немец, 26 латыш, 12 эстон һәм 1 урыҫ) тәшкил итә. 20‑се йй. башында сиркәү бинаһы национализациялана, 1927 й. БАССР Эске эштәр ХК‑ның адм. бүлеге м‑н килешеүгә ярашлы, Өфө инжил‑лютеран йәмғиәтенә мөҙҙәтһеҙ һәм бушлай файҙаланыуға тапшырыла, килешеүҙе өҙгәндән һуң 1930 й. Өфө паровоз ремонтлау заводына бирелә, 80—90‑сы йй. унда аҙыҡ‑түлек склады урынлаша. 2000 й. бина дин тотоусыларға ҡайтарыла, тергеҙелә. К. Өфө лютерандарының дини‑мәҙәни үҙәгенә әйләнә. К. бинаһы — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Пасторҙары: И.Недель (1910—17), Г.Т.Миних (2000 й. алып).

В.В.Латипова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018