КИРСАНОВ Станислав Николаевич (8.1.1939, Өфө), спортсы. Бокс б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1965), СССР‑ҙың почётлы спорт мастеры (1963), Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1996), халыҡ‑ара категориялы судья (1986). “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө, тренеры Г.Е.Баннов). СССР (1965), РСФСР (1960, 1962—65), РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1963) чемп., СССР чемпионатының бронза призёры (1964). Үҫмерҙәр араһында СССР һәм РСФСР беренселектәре еңеүсеһе (икеһе лә — 1957). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1964— 66). Олимпия уйындарында судья (1996, 2000).

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Текст на русском языке