КИРПИЧЕНКО Борис Иванович (4.1.1939, Кисловодск ҡ.), тау инженеры‑геофизик. Техник ф. д‑ры (1994). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1970). Мәскәү геол. разведка ин‑тын тамамлағандан һуң (1966) Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ ин‑тында (Октябрьский ҡ.) эшләй: партия нач., 1972 й. алып һәм 1991 й. — бүлек һәм лаб. мөдире, 1988 й. башлап һәм 2003 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге скважиналарҙы геофизик тикшереүҙәргә бәйле. К. тарафынан быраулау этаптарында юғары сифатлы ҡатламдар изоляциялау технологиялары, нефть‑газ скважиналарын үҙләштереүҙә һәм ремонтлауҙа каротаждың тауыш‑акустика ысулдары уйлап табыла. 140 фәнни хеҙмәт һәм 75 уйлап табыу авторы. И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (1974).

К.В.Антонов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке