КИРИЛОВ Иван Кириллович (1689, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1695 — 14.4.1737, Ҡазан губ. Һамар ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Статский советник (1734). 1735—36 йй. башҡ. ихтилалын [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)] аяуһыҙ баҫтырыуҙы ойоштороусы. Математика һәм навигация фәндәре мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1707, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1708). 1712 й. алып Сенатта хеҙмәт итә, обер‑секретарь (1727 й. башлап), 20‑се йй. башлап астрономия, картография һәм топография эштәренә етәкселек итә. 1727 й. “Рәсәй дәүләтенең сәскә атҡан сағы...” (“Цветущее состояние Всероссийского государства...”; 1831) исемле Рәсәйҙең иҡт.‑географик торошон тасуирлаған тәүге системалы хеҙмәт ижад итә, 1734 й. “Рәсәй империяһы атласы”н (“Атлас Всероссийской империи”) сығара башлай. Башҡортостанды колониялаштырыу, ҡаҙаҡ йөҙөн һәм Урта Азия дәүләттәрен яулап алыу инициаторҙарының береһе. 1734 й. башлап Ырымбур экспедицияһы (1734—44) етәксеһе. Мосолмандарҙың һанын кәметеү (хәрби хеҙмәткә алыу, буйһонмаған өсөн һөргөнгә ебәреү, мосолман руханиҙары вәкилдәрен алыҫ төбәктәргә күсереү), ҡәлғәләр төҙөү һәм уларға халыҡты күсереү проекттары, указдарҙа (1736 й. 11 февр.) сағылыш тапҡан А.И.Румянцев м‑н берлектә төҙөлгән башҡ. ихтилалдарын баҫтырыу проекты авторы. Аймаҡтарға һәм түбәләргә бүленгән башҡ. улустарының исемлеген төҙөй [П.И.Рычков тарафынан “Ырымбур тарихында” (“История Оренбургская”) нәшер ителә], Ағиҙел, Ур (Яйыҡ й. ҡушылдығы), Яйыҡ (ҡара: Урал) йй. буйындағы файҙалы ҡаҙылмаларҙы тасуирлай. Быҙаулыҡ ҡәлғәһе, Верхнеурал ҡәлғәһе, Орск ҡәлғәһе, Табын ҡәлғәһенә һәм Өфө провинцияһының башҡа торама пункттарына нигеҙ һала.

И.Ғҡманов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018