КИРИЛОВ Василий Григорьевич (13.1.1949, Дәүләкән ҡ.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (2002). БР-ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1995), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Иглин р‑нының Я.М. Свердлов ис. к‑зы, 1980—82 йй. — Дәүләкән р‑нының ветеринария ст. баш ветеринар врачы. 1986 й. алып БДАУ‑ҙа (1991—2009 йй. ветеринария ф‑ты деканы). Фәнни эшмәкәрлеге малдарҙың тире ауырыуҙарын (псороптоз, саркоптоз һ.б.) дауалау өсөн яңы дарыуҙар эшләүгә арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Влияние серы и серосодержащих препаратов нефтехимического синтеза на кожу и обменные процессы в ней. Уфа, 2000; Новые методы лечения дерматомикозов. Уфа, 2001; Новые методы лечения псороптоза. Уфа, 2001.

У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.